«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Магазиндан ризыҡты "яҙҙырып" алырға була



06.06.2019 Магазиндан ризыҡты "яҙҙырып" алырға була

Асҡандар яңылыҡ! Ауылдарҙа күптән магазиндар тауарҙы бурысҡа бирә. Картаһыҙ-ниһеҙ ҙә. Шуғыраҡ һатыусы процентын да ала белә. Ә ҙур бер гипермаркеттың яңы аҡылы еткән.

Һатып алыусыларға махсус карта булдырыласаҡ. Бурыс йә кредит картаһымы, бүлеп түләүме - атамаһын нисек теләйһегеҙ шулай ҡушығыҙ. Иллә-мәгәр шуныһы уңайлы тиҙәр: кеше магазиндан продукция ала, ә аҡсаһын һуңынан түләй. Шул карта аша күсерә. Ябай әйткәндә, кредитҡа ала инде. Айырым бер ваҡытҡа льгота бар.

«Перекресток» магазиндар селтәрендә буласаҡ был. Бөгөн Питерҙағы халыҡ-ара иҡтисад форумында ошо магазиндар хужаһы X5 Retail Group менән «БКС банк» етәкселәре килешеүгә ҡул ҡуйған.

Бурысҡа алыу картаһын супермаркеттарҙа паспорт буйынса, кредит лимитын билдәләгәндән һуң, бирәләр. Халыҡтың аҡсаһы кәмегәндә был бик уңайлы нәмә икән дә. Карта, йәғни... Бурысыңды түләргә онотһаң, йә аҡсаң булмаһа, проценттары үҫә. Уның ҡарауы, алған нәмәңде күптән ашап бөткән булаһың. Бер һорау тыуа: бурысыңды түләй алмаһаң, супермаркет коллектор ебәрәме икән?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға