«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бала саҡ 21 йәшкә тиклем?!



06.06.2019 Бала саҡ 21 йәшкә тиклем?!

Атай-әсәй өсөн беҙ һәр ваҡыт бала. Ә ысынында балалыҡ нисә йәштә бөтә икән? Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ошо көндәрҙә, бала саҡты 21 йәшкә тиклем итәйек, тигән фекер алышыуҙар бара. Шәпме?

Минздрав белә нимә эшләргә. Ни өсөн тап 21 йәш күҙ уңында тотола һуң?

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы асылды. Шуның «Демографические вызовы XXI века» тигән сессияһында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Яковлева һөйләгән был турала. Йәғни бала саҡты 21 йәшкә тиклем оҙайтыу мөмкинлеген ҡарауҙары хаҡында. Бер яҡтан аңлашыла ла. Пенсияға сығыу йәшен оҙонайттылар ҙа баһа.

Тәәк, шулай итеп, 21 йәшкә етмәгән бала нимә эшләргә һәм нимә эшләмәҫкә тейеш булып сыға инде? Иң беренсе, әлбиттә, насар ғәҙәттәрҙән тыйылырға. Бала кеше тәмәке тартмай, иҫерткес эсмәй. Минздравта тап ошоно уйлағандар ҙа.

Былтыр министр Вероника Скворцова, киләсәктә балалыҡ ваҡытын 30 йәшкә тиклем оҙонайтыу ҙа ҡараласаҡ, тигәйне әле.
«Детство, которое на начало Великой Отечественной войны составляло 14 лет, в 60-е годы — 16 лет, сейчас во всём мире — 21 год, а в перспективе это будет не менее 25—30 лет», - уның һүҙҙәре.

Ғүмер оҙонлоғо арта бара икән, тимәк, уның артынса балалыҡ та оҙонайырға тейешме?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға