«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туңдырма өҫтөндә боҙ кристалдары булһа, алмағыҙ



07.06.2019 Туңдырма өҫтөндә боҙ кристалдары булһа, алмағыҙ

Туңдырма һайлай беләһегеҙме? Беҙҙең бала саҡтағы һымаҡ тәмле туңдырма бер ҡасан да булмаҫ ул, шулай ҙа эҙләп ҡарарға мөмкин.

Роскачество хеҙмәте белгестәре беҙгә был юҫыҡта ярҙам итергә тырыша.
Шулай итеп, иғтибар!

Әгәр ҙә туңдырманың өҫтө боҙ кристалдары менән ҡапланһа, белегеҙ: уны ҡабат-ҡабат туңдырғандар.

Белгестәр әйтеүенсә, туңдырманы тотороҡландырғысһыҙ (стабилизатор) эшләүе ҡыйын. Сөнки форма бирергә кәрәк. Сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ булған стабилизатор һәм ҡуйыртҡыстар: натрий альгинаты (Е401), каррагинан, уның натрий, калий һәм аммонийлы тоҙо, фурцеллеран (Е407), камедь төрҙәре (Е410, Е412, Е415, Е417) пектин (Е440), целлюлоза (Е460), әсегән крахмал (Е1404).

Әгәр ҙә Е-ҡушылмалар һағайтһа, агар-агар йә желатинлыны һайлағыҙ.

Туңдырманың майлылығы ла мөһим. Пломбирҙа ул 20 процентҡа тиклем була. Бындайының төҫө лә һарыраҡ.

Сифатһыҙ ризыҡты формаһынан да белеп була, моғайын, йәмшәйгәнен һайламайһығыҙҙыр. Шоколадлы икән, ул ағарып тормаһын.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға