«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аккаунтты нисек һаҡларға?



06.06.2019 Аккаунтты нисек һаҡларға?

Паролдәрегеҙ яҡшы һаҡланамы, сәхифәләрегеҙҙе емергәндәре бармы? Белгестәр аккаунттарға ныҡлы пароль һайларға өйрәтә. Берәү ҙә белә алмаясаҡ.

Роскачество эксперттары социаль селтәрҙәрҙә йәки электрон форматта аралашырға яратыусыларға ярҙамға килергә булған. Нисек дөрөҫ итеп пароль уйлап сығарырға? Иң беренсе ҡағиҙә - ҡатмарлы пароль уйларға. Һәм төрлө аккаунтҡа төрлөсә булһын.

Паролегеҙ ябай һүҙ булмаһын, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе лә (тыуған көн, фамилия, туғандарығыҙҙың исеме һ.б.) һайламағыҙ. Клавиатуралағы бер рәттәге хәрефтәр йә һандар ҙа булмаһын. Ундайҙарҙы хакерҙар тиҙ генә белә.

Ышаныслы пароль минимум һигеҙ символдан торорға тейеш. Унда баш хәреф тә, бәләкәйе лә, цифрҙар ҙа, символдар ҙа (мәҫәлән, һыҙыҡ, өндәү, йондоҙ) булһын.

Ҡатмарлы пароль төҙөү генә етмәй әле, уны һаҡларға ла кәрәк. Бының өсөн ярты йыл һайын үҙгәртеп тороғоҙ. Иң мөһиме - паролегеҙҙе үҙегеҙ хәтерҙә тотоу.

Роскачество башлығы урынбаҫары Илья Лоевский белдереүенсә, электрон почтаға, социаль селтәрҙәргә инеүҙе телефонығыҙға "бәйләгеҙ". Ул саҡта мутлашыусылар паролде асыҡлаған хәлдә лә аккаунтығыҙға инә алмаясаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға