«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Экологик исемлектә беҙ - алтмышынсы...



05.06.2019 Экологик исемлектә беҙ - алтмышынсы...

Ошо көндәрҙә "Йәшел патруль" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм "Милли экология корпусы" берлеге яҙғы һөҙөмтәләр буйынса экологик рейтингты билдәләне.

1 марттан 31 майға тиклемге арауыҡ алынған. Был исемлекте таҙалыҡ рейтингы тип атауҙан бигерәк, сүп-сар реформаһын ғәмәлгә ашырыуға баһа, тиергә лә мөмкин. Тикшеренеүселәр ҡайһы бер төбәктәрҙең реформаны эшләтеп ебәрә алмауын асыҡлаған. Ҡалдыҡтарҙы полигонға сығарыу, эшкәртеү предприятиелары төҙөү, сорттарға айырыу кеүек проблемалар күп.

Был яҙҙың иң таҙа төбәктәренән унау: Тамбов өлкәһе, Алтай крайы, Алтай республикаһы, Белгород, Ульяновск, Курск, Мәскәү, Магадан, Мурманск өлкәләре, Коми республикаһы.

Беҙ, йәғни, Башҡортостан 60-сы урында, ут күршебеҙ Татарстан - 38-се.
Иң аҙаҡҡылар, тимәк, иң бысраҡтары (81 - 85-се позиция): Ырымбур, Нижегород, Иркутск, Силәбе, Свердловск өлкәләре.

Алға түгел, артҡа яҡын булыуыбыҙ...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға