09.02.2011 Татарҙар һәм башҡорттар өйләнешә
2010 йылда Башҡортостанда 34819 пар законлы никахта ингән. Никахтарҙың 13222-һе ике милләт вәкиле араһында теркәлгән. Был бөтә туйҙарҙың 38 процентын тәшкил итә.
Әлбиттә, милләт-ара никахтар тураһында аныҡ мәғлүмәт биреүе мөмкин түгел. Сөнки, паспортта милләтте күрһәткән графа юҡ, йәш парҙар ЗАГС-та милләтен үҙҙәре теләгән осраҡта ғына күрһәтә. Дөйөм алғанда, парҙарҙың 10 проценты никахта ингәндә үҙенең милләтен күрһәтеүҙе кәрәк тип тапмай. Шулай ҙа булған мәғлүмәттәр ҙә дөйөм картинаны асыҡларға ярҙам итә.
Башҡортостанда милләт-ара никахтар күбеһенсә рустар һәм татарҙар, татарҙар һәм башҡорттар араһында теркәлә. Ғүмерлек пары итеп башҡа милләт кешеһен һайлағандарҙың һаны йылдан-йыл арта бара.
Лилиә СИРАЕВА.