«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙар баш ҡаланан өлгөрөрәк булып сыҡты.



03.06.2019 Сибайҙар баш ҡаланан өлгөрөрәк булып сыҡты.

Сибай ҡалаһында IV төбәк-ара "Сәсмәүерем, селтәрем" башҡорт милли кейеме фестивале үтте.

Ул ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы, фольклорсы Асия Ғәйнуллинаның "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһының "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы тарафынан дүртенсе йыл рәттән ойошторола һәм матур йолаға әүерелде. Ә быйылғы сараға Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Әбйәлил райондары, Сибай, Магнитогорск, Өфө ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе оҫталары йыйылып, уңғанлыҡта көс һынашты.
Сибай ҡалаһының башҡорт милли рухлы “Сулпылар” башҡорт балалар баҡсаһы коллективы ла бындай күләмле саранан ситтә ҡалманы.
Сибай баш ҡаланан өлгөрөрәк булып сыҡты: милли кейем байрамы Өфөлә 12 июнь, "Евразия йөрге" фестивале сиктәрендә үтәсәк. Был сараға Урал аръяғы вәкилдәре әҙер!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға