03.06.2019 Транспорт картаһына исем һайлайбыҙ
Ҡала йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн берҙәм карталар булдырыласағы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Хәҙер ул картаға исем һайларға кәрәк. Эйе, исемһеҙ ниндәй карта инде ул.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының рәсми сәхифәләрендә ("Бәйләнештә" Гостранс РБ төркөмө) бирелгән варианттарҙы һайларға кәрәк. Үҙегеҙҙең тәҡдимде лә еткерә алаһығыҙ.
Әле "Арғымаҡ", "Ирәмәл", BashCard ("Башкирская повозка"), "Аҡбуҙат", "Пчелка", "BUSинка", "Толпар", ТЭТА (трамвай, электричка, троллейбус, автобус), "Алға", BUSкард араһында BashCard алда бара.
10 июнгә тиклем тауыш биреп өлгөрөргә кәрәк.
Баҡһаң, Мәскәүҙә - "Тройка", "Стрелка", Питерҙа "Подорожник" тигән транспорт карталары бар икән.
Беҙҙә берҙәм транспорт картаһы 1 июлдән ғәмәлгә инә.