«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишейҙәр Мәстүрә инәйҙең ҡоҙоғон таҙаланы



03.06.2019 Ишейҙәр Мәстүрә инәйҙең ҡоҙоғон таҙаланы

Венера ҠАСҠЫНОВА хәбәр итә:
Рамаҙан айында Баймаҡ районы Ишей ауылында изге эштәр күп үтәлде. Бына бөгөн тыл ветераны Мәстүрә инәй Ҡарасуринаға ҡоҙоҡ йүнәтеүҙе ойошторҙоҡ.

Был ҡоҙоҡҡа гел генә туй мәлендә килендәргә һыу юлын күрһәтергә алып киләләр. Һыуы ла эсеп туйғыһыҙ тәмле. Ошо изге эште башҡарған Мөхтәр, Вәкил Ҡарасуриндарға, Фәнил Муллағоловҡа , Ғәфәр Кәримовҡа, буяусылар Илгизә Рахманғоловаға, Вәзимә Буранбаеваға, Фәйрүзә Кулибаеваға, таҡта-маҙар биргән эшҡыуар Анатолий Филинға ағинәйебеҙ ҙур рәхмәтен еткерә. Буяуҙарҙы инәй үҙ пенсияһынан алып биргән.

Һыу урынын таҙалау – бик сауаплы эш. Ауылыбыҙҙың тағы ла бер ере матурайып, йәмләнеп ҡалды. Әйтеп үтергә кәрәк: Мәстүрә Мөхәмәҙиә ҡыҙы Ҡарасурина йыл да иң беренсе булып ҡар ирер-иремәҫтән тирә яғын таҙартып, баҡсаларын буяп ултыртып ҡуя. Быға өлгө алырлыҡ шул. Афарин!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға