«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар лагеры шундай булырға тейеш: хәүефһеҙ, тәмле ашлы, файҙалы



03.06.2019 Балалар лагеры шундай булырға тейеш: хәүефһеҙ, тәмле ашлы, файҙалы

Уҡыу йылы тамам. Етди имтихандарҙы иҫәпкә алмағанда, күп бала каникулға сыҡты ла инде. Ә уларға өлкәндәр ниндәй ял тәҡдим итә?

Беҙҙә шундайыраҡ ҡағиҙә: бала ял да итергә, сәләмәтлеген дә нығытырға тейеш. Һәм, әлбиттә, белгәнен ҡабатлап, яңы белем алып, яңы көс менән 1 сентябрҙә иҫән-һау ғына мәктәпкә барыуы шарт.

БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә әйтелеүенсә, балалар өсөн һауыҡтырыу кампанияһы старт алды. Быйыл да беҙҙә төрлө формала лагерҙар ойошторола. Тулыраҡ туҡталғанда, 1407 - көндөҙгө, 109 стационар, 986 - хеҙмәт һәм ял, 37 - палаткалы, 85 профиль һәм тематик лагерь бар. Бынан тыш, 28 шифахана-һауыҡтырыу ойошмаһы йыл әйләнәһенә эшләй.

Барлығы 2652 ойошма балалар ялын һәм уларҙы һауыҡтырыу реестрына ингән. Был етәме икән?

"Иң мөһиме - ялдан балалар иҫән-һау ҡайтһын, - тине Радий Хәбиров. - Һәм ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙең балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел".

Республика етәксеһе өс нәмәлә айырыуса етди булырға саҡырҙы. Беренсенән, балалар хәүефһеҙлеге, икенсенән, балаларҙы туҡландырыу, өсөнсөнән, лагерҙарҙа балаларҙың нимә менән шөғөлләнеүе.

Радий Хәбиров был йәһәттән хәл-торош менән даими ҡыҙыҡһынасаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға