«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыу инеү миҙгеле башланды, балаларҙы һаҡлағыҙ!



03.06.2019 Һыу инеү миҙгеле башланды, балаларҙы һаҡлағыҙ!

Бер аҙна бәлә-ҡазаһыҙ үтһәсе... Юҡ шул, бәлә ҡушарлап-ҡушарлап йөрөй.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә әйтелеүенсә, беҙҙе, үкенескә күрә, юлда ла, һыуҙа ла, утта ла ғүмерҙәр өҙөлә.

Уҙған аҙнала республикала 197 янғын сыҡҡан. Уларҙа ете кеше һәләк булған. 7,4 гектарҙа урман янған.

Һуңғы ваҡыттағы яңы төр бәхетһеҙ осраҡ - юғарынан йығылып төшөү. Үткән аҙнала тәҙрәнән ҡолаусылар һаны унға еткән. Араларында балалар ҙа бар. Береһе бер генә йәшлек. Ата-әсәләр, һеҙгә тағы нисек әйтергә?! Ниңә сабыйҙар тәҙрәнән оса ул? Бер ҡатын юғары ҡаттан йығылып төшөп үлгән.

Һыу инеү миҙгеле фажиғә менән башланды: Ағиҙел йылғаһында ете йәшлек бала батып үлде... Һуңғы биш йылда республикала 463 кеше батып үлгән, шуларҙың 49-ы балалар.

Көн торошона килгәндә, МЧС көслө ел буласағын хәбәр итә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға