31.05.2019 Сәләмәтлек акцияһы дауам итә
Республика буйынса «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһы дауам итә. Кисә баш ҡаланың Ленин паркында халыҡ өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
– Сәләмәт йәшәү рәүеше һәр кемдең ғәҙәти тормошона әүерелә бара. Ул дөрөҫ туҡланыуға, экологияға һәм йәшәү шарттарына бәйле. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм спорт менән дуҫ булыуығыҙҙы теләйем», – тине.
Паркта халыҡ өсөн диагностика ҡорамалдары булған модулдәр эшләне. Унда теләге булған һәр кем РЭГ, ЭКГ, УЗИ үтеп, ҡан анализы тапшыра алды. Бынан тыш, күреү һәләтен, күҙ баҫымын тикшертеп, профессиональ белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге лә булдырылғайны. Спорт менән сәләмәт тормош һөйөүселәргә «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» зонаһы эшләне. Унда төрлө спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Йыл һайын акция барышында республиканың муниципаль берекмәләренә, күрше өлкәләргә кардиодесант ебәрелеп, һаулыҡ һаҡлау буйынса консультациялар, оҫталыҡ дәрестәре, флэш-мобтар, сәләмәтлек дәрестәре, скринингтар үткәрә. Алдағы йылдарҙа улар Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Баймаҡ, Дыуан райондарында булғайны. Быйыл иһә Салауат ҡалаһы һайланған. Иртән иртүк Салауатҡа Сәләмәтлек вертолеты осто.
Саралар ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында иртәнге сәғәт 11-ҙә Сәләмәтлек флагын тапшырыуҙан башланды. Халыҡҡа йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыу буйынса консультациялар, уҡыуҙар, күнегеүҙәр ойошторолдо. Ҡала дауаханаһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләүселәргә Республика кардиология диспансеры табиптары консультация бирҙе. Акция йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға медицина ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмә менән тамамланасаҡ.