«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проекттарҙы насар үтәгәндәр исемлегенә инеп ҡуймайыҡ



01.06.2019 Милли проекттарҙы насар үтәгәндәр исемлегенә инеп ҡуймайыҡ

Рәсәй властары иғлан ителгән өҫтөнлөклө милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы ныҡлы күҙәтәсәк. Бының өсөн махсус рейтинг булдырыла.

Ҡайһы төбәк - яҡшы исемлеккә, ҡайһыһы насарына инер? Барыһын да иҫәпкә аласаҡтар.

РФ иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Живулин белдереүенсә, Президент Владимир Путин буласаҡ рейтингтың 15 күрһәткесен раҫлаған да инде. Әле шуларҙы иҫәпләү алымдары буйынса эш тамамланып килә.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры ла, төбәк властарының эш һөҙөмтәһе милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса ҡуйылған бурыстарҙы нисек үтәүенән сығып ҡарала, тигәйне.

Баһалау критерийҙары араһында ярлылыҡ кимәле, ғүмер оҙонлоғо, төбәктәге эшҡыуарҙар һаны, уңайлы ҡала мөхите булдырыу бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға