«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыл халҡы өсөн ипотеканың тәүге иғәнә күләмен кәметәсәктәр



31.05.2019 Ауыл халҡы өсөн ипотеканың тәүге иғәнә күләмен кәметәсәктәр

Ауылда йәшәүселәр өсөн ипотека кредитының тәүге иғәнәһен 20 проценттан 10 процентҡа кәметергә йыйыналар. Сөнки бөгөн тәүге иғәнә 20 проценттан кәм булырға тейеш түгел.


АҠШ-тың уңышһыҙ тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, күләмдең юғары булыуы системаның емерелеүенә килтереүе мөмкин. РФ Дәүләт Думаһы ауыл халҡы проблемаларын хәл итеү өсөн комплекслы программа әҙерләй. Ипотеканың тәүге иғәнәһен кәметеү был программаға ярашлы буласаҡ, ул 2020 йылдан ғәмәлгә инәсәк, тип планлаштырыла.

Программа ауыл инфраструктураһына һәм ауыл халҡы пенсияһына ла ҡағылыр, тип көтөлә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға