01.06.2019 Зарипов кубокты алтынсыға яуларға ниәтләй...
КХЛ-дың билдәле хоккейсыһы Данис Зарипов «Аҡ барс»та тағы бер миҙгел уйнамаҡсы.
38 йәшлек һөжүмсе үҙ карьераһында Гагарин кубогын биш тапҡыр яулап, КХЛ-да ундай уңышҡа ҡаҙанған берҙән-бер уйынсы булып һанала. Ул «Аҡ барс» составында – өс һәм «Металлург» составында ике тапҡыр кубоклы була. Шулай уҡ Зарипов Рәсәй беренселегендә 1190 уйын уҙғарып, ул йәһәттән дә рекордсмен булып тора.