«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡиәмәт көнө самолеттары яңыртыла



31.05.2019 Ҡиәмәт көнө самолеттары яңыртыла

Рәсәй донъяла тиңе булмаған ҡорал йә техникаһы менән кәпәренеүен дауам итә. Сиратта – шәп самолеттар.

Белгестәр һәм хәрбиҙәр был осаҡтарҙы “Ҡиәмәт көнө самолеттары” (самолеты Судного дня) тип йөрөтә икән. Оборона министрлығы уларҙы яңыртырға ниәтләй. Ил-80 менән Ил-82-нең “эслеге” модернизациялана.

Ниңә шулай ҡот осҡос атама менән йөрөтәләр икән? Әйтерһең дә, ҡиәмәт көнө етһә, самолет менән генә ҡотолоп була.

Баҡһаң, әлеге самолеттар һауа-команда пункттары өсөн тәғәйенләнә (тулыһынса – самолет-носитель воздушных командных пунктов, ВКП) һәм ғәскәрҙәр менән ядро һуғышы шарттарында идара итергә мөмкинлек бирә. Йәнәһе ядро һуғышы булһа ла, һауанан ғына бойороҡ бирергә йәтеш. Күктә үк заправкаларға ла була.

Әлегә Ил-80 (Ил-80М) - Рәсәй Ҡораллы көстәре составында Ҡиәмәт көнөнә тәғәйенләнгән тәүге самолет. Һәм берҙән-бер. Улар дүрт бөртөк дана тигән мәғлүмәт тә бар.

Үҙ бортына Рәсәй ҡораллы ғәскәрҙәренең юғары команда составын, Генштаб офицерҙарын, техник белгестәрҙе иркен һыйҙыра.

Бөтә етәкселекте тейәгәс яҡшы инде. Голливудтың “2012” фильмындағы кеүектер – айырып алынғандар тейәлеп китә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға