«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Өфө» йә «Томь»…



02.06.2019 «Өфө» йә «Томь»…

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселеге тамам.

Һуңғы турҙа чемпионатта икенсе-өсөнсө урын алыусылар билдәле булды. «Локомотив» командаһы «Өфө» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп, көмөш миҙал яулаһа, өсөнсө урында – «Краснодар». Чемпион иһә «Зенит».

Беҙҙең клуб беренселектә 26 мәрәй яулап, 14-cе урын яуланы. Киләһе миҙгелдә элитала ҡалыу өсөн үткәрелгән уйында үҙен һынаясаҡ. «Өфө»ләр түбәнге лиганың өсөнсө урын яулаған «Томь» клубы менән ике уйын уҙғарасаҡ. Беренсе уйын кисә булды. Яуап осрашыу 2 июнь Томскиҙа үтәсәк. Һәм ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса береһе Премьер-лигала көсөн һынаясаҡ. «Томь» тигәндән, ул 2005 йылдан 2012 йылға тиклем Премьер-лигала сығыш яһай. Шул арауыҡта ике тапҡыр чемпионатты һигеҙенсе урында тамамлай.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға