«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Социаль селтәрҙәрҙә үлгән кешеләрҙең сәхифәләрен ябырға ҡушалар



31.05.2019 Социаль селтәрҙәрҙә үлгән кешеләрҙең сәхифәләрен ябырға ҡушалар

РФ Дәүләт Думаһы Социаль селтәрҙәрҙә үлгән кешеләрҙең сәхифәләрен ябырға, тигән тәҡдим яһаны.


Бөгөн 70 миллиондан артыҡ Рәсәй халҡының социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһе бар. Уларҙың араһында 1 миллиондан артыҡ кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.

Мут әҙәмдәр бындай сәхифәләр артынан эҙәрлекләү алып бара. Улар вафат булғандарҙың “бите”нә пароль яратып инә һәм фотоларҙы алмаштыра, уның дуҫтарын ҡара эштәре өсөн файҙалана. Баҡтиһәң, бындай енәйәттәрҙе асыҡлауы ауыр икән.

РФ Дәүләт думаһы депутаты Сергей Вострецов, үлгән кешенең сәхифәһе өсөн туғандары яуап бирергә тейеш, тип иҫәпләй. Был хаҡта Граждандар кодексына төҙәтмә лә индерергә тәҡдим итә. Әгәр ҙә өс айҙан артыҡ сәхифә менән ҡулланмайҙар икән, ул автоматик рәүештә ябылырға тейеш, тип фекер йөрөтә.

Белгестәр әйтеүенсә, былай барһа, 2070 йылда “Фэйсбукта” үлгән кешеләрҙең тереләрҙекенә ҡарағанда, “биттәре” күберәк буласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға