«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һабантуйҙа, Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә хәмер һатыу тыйыласаҡ



30.05.2019 Һабантуйҙа, Йәштәр көнөндә һәм 1 сентябрҙә хәмер һатыу тыйыласаҡ

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан ҡала-ауылдарында һабантуй үткәрелгән көндәрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү тураһында закон ҡабул итте.

Шулай уҡ араҡы, шарап, һыралар 27 июнь үткәрелгән Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә (1 сентябрҙә, йәки ул йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә) һатырға ярамаясаҡ.

Бынан тыш, депутаттар алкоголде һатыуҙы тыйыу ваҡытын арттырҙылар. Бығаса киске сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем хәмер һатып алыу мөмкин түгел ине. Хәҙер "ҡоро закон" мәле өс сәғәткә артты, киске сәғәт 10-дан алып, иртәнге сәғәт 10-ға тиклем ғәмәлдә буласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға