«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә моргты эвакуациялағандар



30.05.2019 Өфөлә моргты эвакуациялағандар

Баш ҡаланың 21-се дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта моргта көтөлмәгән хәлдәр бик йыш була. Бөгөн бинаны һыу баҫыу арҡаһында, канализация ташҡыны морг урынлашҡан подвалға урғыла. Судмедэксперттарға ашығыс рәүештә һыуытҡыста һаҡланған кәүҙәләрҙе үҙҙәренә йөкмәп ташырға тура килә. Шулай уҡ 80-се йылдарҙан алып йыйылған архив документтарын да һаҡлап ҡалыу талап ителә.


Янғын осрағын булдырмаҫ өсөн, һыу ташҡанда электр уты һүндерелә һәм санитарҙар лифт менән ҡуллана алмай. Бындай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе дауахана янында йорт төҙөүгә бәйләйҙәр. Был йорт ҡалҡыулыҡта урынлашҡан һәм ундағы һыу торбаһы баҫымы юғары. Дауаханалар янында бындай көслө һыу коллекторҙары урынлаштырыу закон буйынса тыйылған, баҡтиһәң.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға