«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Енси яҡынлыҡҡа инмәгәне өсөн ҡыҙ бала туҡмалған



29.05.2019 Енси яҡынлыҡҡа инмәгәне өсөн ҡыҙ бала туҡмалған

24 май көнө, "Һуңғы ҡыңғырау" байрамын ҡунаҡта билдәләгәндән һуң, 9-сы синыфта уҡыған ҡыҙҙы синыфташы оҙатырға сыҡҡан. Һәм уны енси яҡынлыҡҡа күндерә алмағас, ныҡ итеп туҡмаған.

Урамда ҡанһырап ятҡан ҡыҙҙы осраҡлы рәүештә күреп ҡалып, "Тиҙ ярҙам" саҡырғандар. Ҡыҙҙың башына операция өс сәғәт дауам иткән. Әлеге ваҡытта уның хәле арыуланған.

Йәш егеткә ҡарата енәйәт эше асылған, һәм уның, һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереүе өсөн, өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе бар.

Был ваҡиға Силәбе өлкәһенең Сатка ҡалаһында булған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға