«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Имтихан мәлендә йән биргән...



29.05.2019 Имтихан мәлендә йән биргән...

Бөгөн Чебоксар ҡалаһының бер мәктәбендә математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған саҡта 11 синыф уҡыусыһы вафат булған.

Имтихан башланыр алдынан уҡ мәктәптә дежур иткән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ойоштороусылар ҡыҙға һәм уның ата-әсәһенә имтихандан баш тартырға тәҡдим иткәндәр, сөнки ҡыҙҙың ауырығаны йөҙөнә сыҡҡан булған. Ләкин 18 йәшлек ҡыҙ барыбер имтихан бирергә инә. Бер сәғәттән ул коридорға сығырға рөхсәт һорай. Коридорҙа уның хәле киҫкен ауырая. Табиптар ҡыҙға ярҙам итергә тырышып, реанимация ла үткәреп ҡарай, әммә әжәлгә ҡаршы тора алмайҙар.

Тыумыштан йөрәк сире менән сирләгән ҡыҙ 9-сы синыфтан алып өйөндә генә уҡыған булған...

Был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға