«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Маткап" менән бергә "аткап" бирелә башлармы?



29.05.2019 "Маткап" менән бергә "аткап" бирелә башлармы?

Рәсәйҙә "атайҙар капиталы" барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Уның ғилләһе шунда - әгәр ҙә ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, махсус субсидия түләнәсәк. Был тәҡдим менән РФ Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү комиссияһы сығыш яһаған.

"Аткап" икенсе бала тыуғанда бирелгән "маткап" менән бер кимәлдә, йәғни 453 мең һум тәшкил итәсәк. Уны алыуҙың төп шарты - балалар бер ғаиләлә тыуырға һәм тәрбиәләнергә, ата-әсәһенең никахы рәсми теркәлгән булырға тейеш. Проектты Алыҫ Көнсығышта, Калининград өлкәһендә, Севастополдә, Ҡырымда тормошҡа ашыра башларға ниәтләйҙәр. Аҙаҡтан эш тәжрибәһе илдең башҡа төбәктәренә тараласаҡ.

Яңғыҙ атай йәки әсәйҙәр тағы ла "борт артында" тороп ҡаласаҡ...





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға