29.05.2019 Учалы районының Ҡалҡан ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде
Бының туралағы указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 21 майҙа ғәмәлгә инде.
Ҡалҡан ауылы, Мәктәп урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан Камил Ибәтуллиндың хужалығына ҡарата тыйыу саралары уҙғарыла.
Карантин мәлендә ауыл биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу тыйыла. Был ҡағиҙәләр уларҙы рәсми рәүештә сискәнгә тиклем ғәмәлдә ҡала.