«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тыуымды арттырабыҙмы әллә?



28.05.2019 Тыуымды арттырабыҙмы әллә?

Тыуымды арттырабыҙмы әллә?Дәүләт думаһы тәүге уҡыуҙа күп балалы ғаиләләргә ипотека буйынса компенсация тураһында закон проектын ҡабул итте. Быйыл (йәғни 2019 йылдың 1 ғинуарынан алып) ғаиләлә өсөнсө (дүртенсе, бишенсе һ.б.) балаһы тыуған заемсыларға ипотеканы өлөшләтә ҡаплар өсөн 450 мең һум аҡса бүленәсәк.

Әлегә яңы закондың ғәмәле киләһе өс йылға тип ҡаралған. Әгәр ҙә ҡаҙнала аҡса булһа, бәлки уны оҙайтырҙар ҙа.

Компенсацияны бүлеү механизмы түбәндәгесә: ғаилә һаны артҡан осраҡта, ғаилә банкка мөрәжәғәт итә, ә кредит ойошма - «Дом.рф» дәүләт компанияһына. Дәүләт компанияһы бирелгән мәғлүмәттәрҙе тикшерә лә, ғаилә талаптарға яуап биргән осраҡта, банк аҡсаны күсерәсәк.

Әгәр кредит ойошма алдында ипотека буйынса ғаиләнең бурысы әҙерәк булһа, сумма 450 мең һумдан кәмерәк тә бирелеүе ихтимал.

Компенсацияны бер нисә тапҡыр алырға мөмкин, тиелә закон проектында.

Әлеге ваҡытта яңы закон проектына асыҡлыҡтар индерелә: компенсация күләме аныҡлана, кемдәргә ул тейешле икәне билдәләнә һ.б.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға