«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ауыртыуын тиҙ бөтөрә торған ризыҡтар



28.05.2019 Баш ауыртыуын тиҙ бөтөрә торған ризыҡтар

Беҙҙең бынауындай тиҙләнеш заманында башыбыҙға бер ҙә ял һәм тынғы юҡ. Нимәгәлер өлгөрөргә, ниҙелер хәл итергә кәрәк. Әгәр ҙә мәгәр башығыҙ ҡапыл ауыртһа, уны тиҙ генә йүнәлтә торған ризыҡтар, эсемлек тә бар.

Баш ауыртҡанда, дарыуығыҙ янда булмаһа, борсолмағыҙ, дауа урынына ҡул осондағы ҡайһы бер ризыҡ та килешә.

Табиптар, мәҫәлән, иң тәү сиратта, шыйығыраҡ һөт эсергә кәңәш итә. Ундағы калий менән кальций ауыртыуҙы кәметә.

Балыҡ та баш ауыртыуын баҫа. Унда В төркөмө витаминдары, омега-3 кислотаһы бар. Организмды бер юлы витаминға байытырһығыҙ.

Ҡапыл баш ауыртып китһә, ҡандағы шәкәр кимәле төшкән булыуы ла ихтимал. Шуға ла, балансты тергеҙер өсөн, емеш-еләк кәрәк. Алма йә лимон шәп булыр.

Бына ни бары дүрт нәмә: ҡуйы булмаған һөт, балыҡ, алма йә лимон. Араһынан берәүһе булһа ла, моғайын, һеҙҙә гел барҙыр. Ашағыҙ, эсегеҙ, башығыҙҙы һаҡлағыҙ.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға