«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Телефондан “эйе” тип яуап бирмәгеҙ



28.05.2019 Телефондан “эйе” тип яуап бирмәгеҙ

Таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, яуап биргәндә “эйе” тип әйтмәгеҙ. Мут кешеләр яңы төр алдашыу уйлап тапҡан: улар үҙ файҙаһына ҡулланыу өсөн абоненттың тауыш өлгөһөн яҙҙырта, баҡһаң.


Белгестәр әйтеүенсә, аферистар киләсәктә банктағы иҫәп менән тауыш ярҙамында идара итеүҙе ғәмәлгә ашырыуҙарын уйлап, “тауыштар” йыя икән. Шуға күрә, “да” тимәгеҙ, “Һеҙ Фәлән Фәләнов булаһығыҙмы?” тигәнгә, “Минең менән нимә турала һөйләшергә теләгән инегеҙ?” тип яуап ҡайтарығыҙ. “Һеҙ мине яҡшы ишетәһегеҙме?” тигәнгә, “Ишетелә”, тип әйтегеҙ һ.б.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға