«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ҡырмыҫҡалы районында театр хеҙмәткәрҙәренең Һабантуйы башланды"



28.05.2019 "Ҡырмыҫҡалы районында театр хеҙмәткәрҙәренең Һабантуйы башланды"


тип хәбәр итте беҙгә Гөлнур Ҡыуатова.

- Һабантуй майҙанында артистарҙы Ҡырмыҫҡалы халҡы йыр-бейеү һәм тәмле ризыҡтар менән ҡаршы алды. Районда йәшәүсе башҡорт, татар, рус, сыуаш һәм мордва милләттәре үҙҙәренең милли ризыҡтарын әҙерләгән ине. Ураҙа тотмаған ҡунаҡтар тәмләп сәй эсте. Ә изге ғәмәлде башҡарыусыларға хужалар киске табынға күстәнәстәр бирҙе. Баш ҡала театрҙары ла майҙанға тирмәләр ҡорҙо.

Байрам Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары сығышы менән башланып китте.






Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға