28.05.2019 Владимир Путинға бизнестағы сетерекле хәлдәр тураһында доклад бирелде
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙендә Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титовты ҡабул итте.
Титов ил башлығына йыллыҡ отчет тәҡдим итте. Унда бизнес өлкәһендә эшләүселәрҙән йыйылған мөрәжәғәттәр ҙә бар.
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса илдең бөтә төбәгендә лә вәкиллек бар. Уларға йәмәғәтселек тә ярҙам итә. Социаль һорашыуҙар һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, бизнесмендар хоҡуҡ яҡлау буйынса эштең бер аҙ алға китеүен билдәләгән. Әммә проблемалар күп. Был күбеһенсә бизнесты енәйәти эҙәрлекләүгә ҡағыла.
Бер йылда (2018 йылдың майынан) хоҡуҡ һаҡлау буйынса вәкиллек 9816 мөрәжәғәт ҡабул иткән. 68 осраҡта тикшереү ваҡытында уҡ енәйәт эше туҡтаттырылған. Титов белдереүенсә, бизнесҡа финанс баҫым да арта.
Владимир Путин, докладты тыңлап, бизнесҡа баҫымды, төрлө башҡа яуаплылыҡты бик етди ҡарарға кәрәклеген белдерҙе. Эшҡыуарлыҡ тармағында эшләүсе кешеләр ҙә, предприятиелар ҙа артыҡ тикшереүҙәрҙән зарар күрергә тейеш түгел.