«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?



27.05.2019 Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

Рәсәйҙә Мәскәүҙән 100 йыл артҡа ҡалған ҡалалар бар. Ҡыҙыҡ: ил - бер, ә шул тиклем айырмалыҡ.

Махсус тикшереүҙәр үткәргәндәр икән. Халҡы миллиондан ашҡан ҡалаларҙы сағыштырып ҡарамаҡсы булғандар. Шунан йылдам үҫеүселәргә һәм артта һөйрәлеүселәргә бүлгәндәр.

Үҫеш динамикаһы бар. Тик бөтә ҡалаларҙа ла түгел. Уныһы аңлашыла ла.

Мәҫәлән, шәп үҫкән ҡалалар рәтендә - Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Һамар, Краснодар. Улар, әйтәйек, ун йылдан Мәскәүҙе ҡыуып етә ала. Тик бының өсөн иҡтисадтары йылына 5,9 процент үҫергә тейеш. Бының булыуы мөмкинме?
Аутсайдерҙар исемлегендә – Воронеж, Волгоград, Омск, Силәбе, Новосибирск, Дондағы Ростов, Пермь, Красноярск, Түбәнге Новгород.

Тикшеренеүҙәрҙе ойошторған “КБ Стрелка” консалтинг компанияһы белгестәре шундай һығымта яһаған: Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалаларының ҡайһы берҙәренә ҡаланың тулайым продукты (ВГП) кимәле буйынса Мәскәүҙе ҡыуып етер өсөн уртаса 100 йыл кәрәк.
Тикшергәндә 2010 – 2017 йылғы күрһәткестәр ҡулланылған.

Мәктәптә уҡығанда балаларҙың уҡыу кимәлен ниңәлер шулай сағыштырған кеүек иҫләйемсе: бик яҡшы өлгәшкәндәр ракетала, артабан кемдер машинала, кемдер атта, кемдер ташбаҡала... Ҡалалар ҙа шулай шикелле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға