«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Буш шешә йыябыҙмы?



27.05.2019 Буш шешә йыябыҙмы?

Тиҙҙән буш шешә йыя башлауыбыҙ ихтимал. РФ Премьер – министры Дмитрий Медведевтың ҡарары буйынса, Тәбиғи ресурстар һәм экология, Сәнәғәт һәм сауҙа, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары әлеге мәсьәләне ентекләп өйрәнергә тейеш. Әгәр ҙә кәрәкле тип тапһалар, сауҙа селтәрҙәре мәжбүри рәүештә полимер һәм быяла һауыттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар.


Быяла һауыт етештереүселәр ассоциацияһы рәйесе Владимир Долгов әйтеүенсә, буш һауыттарҙы магазинға кире ҡайтарыуҙы түләүле итмәйенсә, халыҡ был проект менән ҡыҙыҡһынмаясаҡ. Әйткәндәй, яңы тәртип сүп-сарҙы айырым йыйырға лә өйрәтәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға