«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Етди сирҙәре булғандарға ғына кисектереү биреләсәк



27.05.2019 Етди сирҙәре булғандарға ғына кисектереү биреләсәк



РФ Оборона министрлығы « Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте. Улар медицина комиссияһын үтеүгә ҡағыла. Хәрби - табип комиссияһына яңы вәкәләттәр өҫтәлә. Табиптар сәләмәтлеге буйынса кисектереү алған егеттәрҙе яңынан тикшерә аласаҡ.
Закон проекты авторҙарының фекеренсә, был һаулығы яғынан әрме хеҙмәтенән кисектереү алған егеттәрҙең законлы рәүештә был хоҡуҡ менән файҙаланыуҙарын ҡабаттан тикшерергә мөмкинлек бирәсәк. Сирлеләр дауаланасаҡ,ауырыуҙары хроник формала булғандар ғына хәрби хеҙмәттән тулыһынса азат ителәсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға