28.05.2019 Яңы үҙәк – яңы мөмкинлектәр
Ауыл мәктәптәрендә өҫтәмә белем биреү үҙәктәре ойоштороласаҡ.
“Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәре базаһында цифрлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә белем биреү үҙәктәре төҙөләсәк. 2024 йылда бындай үҙәктәрҙә 350 мең бала шөғөлләнәсәге күҙаллана.
Быйыл 133 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асыласаҡ, уларҙы финанслауға 212 миллион һум тотоноласаҡ. Бынан тыш, милли проектты тормошҡа ашырыу технология фәне буйынса уҡытыу алымдарын камиллаштырыу, матди базаны яңыртыу, мәктәптәрҙә урындарҙы арттырыуға булышлыҡ итәсәк. “Кванториум” балалар технопаркында вуз һәм һөнәри училищелар уҡытыусыларына квалификация күтәреү мөмкинлеге буласаҡ.