«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күмертауҙың элекке мэры БР Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры ителде



27.05.2019 Күмертауҙың элекке мэры БР Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры ителде

Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Бынан алда ошо вазифаны биләгән Михаил Киреев хәҙер хөкүмәттә хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы. Элек был йүнәлештәр өсөн яңыраҡ донъя ҡуйған Артур Әхмәтханов яуап биргән ине. Хөкүмәттәге кадрҙар үҙгәреше тураһында бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Борис Беляев 1976 йылдың авгусында Күмертауҙа тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Көйөргәҙе» Ермолаев араҡы-спирт комбинатында башлай, унда бүлек етәксеһе һәм директорҙың хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй, ошо предприятиеның юридик бүлеген етәкләй.
2002-2009 йылдарҙа – «Рәсәй почтаһы»ның Күмертау бүлексәһе етәксеһе.
2009 йылда Күмертау хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2010 йылдан – ҡала хакимиәте башлығы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға