«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуңғы ҡыңғырау көнөндә кем алкоголь һатты?



27.05.2019 Һуңғы ҡыңғырау көнөндә кем алкоголь һатты?

Беләһегеҙ, беҙҙә эскелеккә ҡаршы ысын көрәш башланып тора. Айырым байрам көндәрендә алкоголле эсемлек һатыу ҙа тыйыла. Мәҫәлән, Һабантуйҙарҙа тыйыу тураһында закон проекты әҙерләнде, уны 30 майҙа Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа ҡараясаҡтар. Әле лә сикләүҙәр бар. Улар эшләйме?

Бер аҙ сәйерерәк, әлбиттә, шулай ҙа хәҡиҡәт: беҙ Һуңғы ҡыңғырау көнөндә алкоголь һатыуҙы тыйып торабыҙ. Был сара йәштәрҙе һаҡлау өсөн. Закон өсөнсө йыл ғәмәлдә. Ғибрәтмелер инде, һуңғы ҡыңғырау шылтырағас, егет һәм ҡыҙҙарҙың иҫереп йөрөүе йыш күҙәтелә башлағайны бит.

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бюуйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова белдереүенсә, законды инҡар итеүселәр табыла. 23 майҙа (9-сы кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау шылтыраны) республиканың 126 сауҙа нөктәһендә спиртлы эсемлек һатылған (769 шешә). 25 майҙа иһә 47 магазин тыйылған эсемлекте (154 шешә) һатҡан. Хоҡуҡ боҙоусыларҙың барыһы ла яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: иҫерткес эсемлектәр Һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә (27 июнь), Белем көнөндә һатылырға тейеш түгел. Сикләү ваҡыты ла бар: 22.00 - 10.00 сәғәт.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фекеренсә, халыҡ байрамдарҙың тыныс, көр кәйефтә, ғауғаһыҙ үтеүен теләй. Мәҫәлән, беҙҙең милли байрам һабантуйҙа ябай кешеләр генә түгел, ә түрәләр ҙә, ҡунаҡтар ҙа эсмәһә, ҡалай шәп.

Эскелеккә ҡаршы көрәш даими һәм һәр ерҙә барырға тейеш.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға