27.05.2019 Башҡортостанда "Мәҙәниәт" милли проекты өс кимәлдә ғәмәлгә ашырыла
"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, Башҡортостан ауылдарында 26 яңы мәҙәни-ял итеү бинаһы ҡалҡып сығасаҡ. Быға өҫтәп, капиталь ремонт үткәрелә торған мәҙәниәт йорттары ла бар.
Быйыл Ҡыйғы һәм Салауат райондарында ауыл мәҙәниәт йорттары һалынырға тейеш. Ә киләһе йылға шундайҙар һаны туғыҙға етәсәк. Дөйөм алғанда 64 яңы клуб кәрәк.
Бынан тыш, район-ҡалалар өҫтөнлөклө милли проект буйынса "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Цифрлы мәҙәниәт" тигән программаларҙа ҡатнаша ала.
Тағы ла ниәттәргә килгәндә, 2022 йылға тиклем 20 район һәм ауыл китапханаһын төҙөкләндереп, унда модель китапхана эшләү күҙаллана. 10 муниципалитет автоклублы буласаҡ. Сәнғәт һәм музыка колледждары ла ситтә ҡалмай, уларға музыка ҡоралдары, башҡа ҡорамалдар алыу ҙа планда бар.
"Мәҙәниәт" милли проекты беҙҙә өс кимәлдә ғәмәлгә ашырыла: федераль, төбәк һәм муниципаль. Эш һөҙөмтәһен халыҡ баһалаясаҡ.