24.05.2019 Күмертау ҡалаһы башлығы киткән
Ҡала мэры Борис Беляев был вазифала башҡа эшләмәйәсәк. Ул Күмертауҙы 2010 йылдан бирле етәкләне. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Беляев эшен республика хөкүмәтендә дауам итәсәк.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын етәксенең элекке урынбаҫары Олег Фролов башҡарып торасаҡ. 23 майҙа мэрияла вакант вазифаны биләү өсөн конкурстың тәүге этабы үтте.