24.05.2019 Сығымдарҙы кәметәләр
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл беҙҙең илдә 12 млн. инвалид иҫәпләнгән. Был - Рәсәйҙәге халыҡтың 8,2 проценты. «Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында» федераль законға ярашлы, улар социаль льготаларға хоҡуҡлы.
2019-2021 йылдарҙа күп граждандарҙың инвалид статусын аласаҡтар. Сөнки РФ Иҫәп палатаһы РФ Пенсия фондына ЕДВ( аҡсалата түләүҙәр)алыусыларҙың һанын ҡыҫҡартыу бурысын ҡуйған.
Шуға ла табиптар һеҙгә Медицина социаль экспертизаһына ебәреп тә, улар инвалидлыҡ бирмәһә, аптырамағыҙ. Хөкүмәт бюджет сығымдарын ҡыҫҡарта.