24.05.2019 Ҡорал менән һаҡһыҙ эш итһәң
Хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау органдарында ҡорал менән бәйле фажиғәләр йыш булып тора. Хәтерегеҙҙә булһа, 2005 йылда Өфө ҡалаһы эске эштәр идаралығында милицияла эшләгән бер ҡыҙ үҙенең майор коллегаһын яңылыш атып үлтергәйне.
Мәләүез ҡалаһындағы 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында ла ғәҙәттән тыш хәл булған. Ҡорал таҙартҡан урында 33 йәшлек ҡарауыл начальнигы Макаров пистолетынан яңылыш 32 йәшлек коллегаһына атып ебәргән. Пуля инспекторҙың янбашына тейгән. Медиктар яралыны дауаханаға алып килгән.
Ике хеҙмәткәр ҙә төрмәлә ун йылдан ашыу эшләй.