27.05.2019 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Көтмәгәндә-уйламағанда»
Кеше тормошонда көтөлмәгән ваҡиғалар күп була. Ижад өлкәһендәге шәхестәребеҙ уларҙы теркәп ҡуйырға ла әүәҫ. Мәҫәлән, Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Әхәт Уразмәтов, Фәтих Шәйхетдинов (Кәтүк менән Бағанай), Юнир Салауатовтың мәҙәктәре аҙмы-күпме ташҡа баҫылғас, әле лә уҡып ҡыуанабыҙ. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош» китабы ла осраҡлы хәлдәргә бай.
Барыһын иҫтә тотоп, «Юлдаш» радиоһында «Көтмәгәндә-уйламағанда» тапшырыуын астыҡ. Унда әҙиптәр, ғалимдар, журналистар, сәнғәт әһелдәре хәтирәләре менән ихлас бүлешә. Билдәле шәхестәрҙең, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларҙың кеше тормошона ҡасандыр ыңғай йоғонто яһауын телгә алалар. Мәҫәлән, Әхмәр Үтәбай Башҡортостан Яҙыусылар союзына ингән мәлдә күптәрҙең ҡаршы булыуын, тик бер Рауил Бикбаевтың ҡалҡан кеүек ҡалҡып сығыуын хәтерләй. Ауыл хужалығы институтын тамамлаған Дамир Шәрәфетдинов: «Гүзәл Ситдиҡова юлымды әҙәби ижадҡа бороп ебәрҙе», – тип хөрмәтләп телгә ала. Тарих факультетына ынтылған, әле генә әрменән ҡайтҡан Ғиниәт Ҡунафинға заманында Түләк Ғирфанов осрап, тел, әҙәбиәт буйынса китергә кәңәш итә…
Сит илдә йөрөгәндә көтмәгәндә башҡорт көйөн йә сәнғәт кешеләренең исемен ишетеп шатланғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Тәнзилә Дәүләтбирҙина Финляндиялағы бер майҙанда ағаһы Ғәзиз Дәүләтбирҙин яҙған көйҙө ишетеп, күҙенә шатлыҡ йәштәре бәреп сығыуын һөйләй. Чехияла йәшәгән журналист Миләүшә Годбодь: «Йырсыбыҙ Светлана Арғынбаеваны Европа илдәрендә яҡшы беләләр», – тип ғорурлана. Күп әҙиптәрҙең, рәссамдарҙың беренсе әҙәби-ижади премия алған мәлдәре лә күңелдәрендә уйылып ҡалған.
Зөлфиә Ханнановала электән Мәккәгә барып Хаж ғәмәлен үтәү теләге көслө булған. Өс бала әсәһе иң арзан юл – автобус менән барыуҙы хәстәрләп бөткәс кенә Хоҙай уға бүтән юлдар асҡан…
«Көтмәгәндә-уйламағанда» тапшырыуы ошондай ваҡиғалар тураһында.