«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Роуминг бөтөрөлә



23.05.2019 Роуминг бөтөрөлә

Һиҙгәнһегеҙҙер, ҡайһы бер кәрәҙле элемтә операторҙары тарифтарындағы түләүҙәрҙе арттырҙы. Был бушҡа түгел икән.
Кәрәҙле элемтә операторҙары милли роумингты бөтөрә башлай. Роумингтың бындай төрө операторҙың сит төбәктә үҙенең селтәре булмаған осраҡта ғәмәлгә инә һәм автоматик рәүештә икенсе операторҙың селтәренә тоташтырыла.
2018 йылдың декабрендә президент Владимир Путин милли роумингты бөтөрөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Ул 1 июндән үҙ көсөнә инә. Ошо көндән ил биләмәһендә бөтә операторҙарҙың селтәренән килгән шылтыратыуҙар бушлай булырға тейеш.
Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, бушлай шылтыратыуҙар автоматик рәүештә бөтә тариф пландарында ғәмәлдә була һәм өҫтәмә хаҡ, льготалы опцияларға тоташтырыуҙы талап итмәй. Үҙең шылтыратҡанда, шулай уҡ SMS һәм мобиль интернет хаҡы үҙгәрмәй.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға