«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡытыусыларҙың уртаса йәше пенсия алды йәшенә еткән



23.05.2019 Уҡытыусыларҙың уртаса йәше пенсия алды йәшенә еткән

БР Мәғариф министрлығы күрһәтеүенсә, республикала 35 йәшкә тиклем уҡытыусылар ни бары 8 процент тәшкил итә, ә ауыл мәктәптәрендә бигерәк аҙ - 5%.


Башҡортостан педагогының уртаса йәше — 52 йәш. Математика, рус теле, химия, инглиз теле һәм башланғыс класс уҡытыусылары араһында йәштәр айырыуса аҙ. Шуға властар сығарылыш уҡыусыларының иғтибарын педагогик вуздарға йүнәлтергә тырыша.

Йәш педагогтарға ярҙам йөҙөнән программалар эшләй. Мәҫәлән, йыл һайын 25 уҡытыусыға гранттар бүленә, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы еңеүселәренә 50 меңдән алып 200 мең һумға тиклем премия тапшырыла.

Киләһе йылдан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “сценарийы” буйынса, ауылда эшләргә теләгән белгестәргә аҡса бүләсәк. 2020 йылжа Владимир Путиндың “Земский учитель” программаһы бойомға аша башлаясаҡ. Уның ҡатнашыусылары бер тапҡыр 1 миллион һум түләм аласаҡ.

Республика йәштәрҙе мәктәпкә ылыҡтырыу буйынса үҙенең программаһын да эшкәртә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, февралдә үткән “Үргә ос” форумында Радий Хәбиров ауыл уҡытыусыһының матди хәлен яҡшыртыу юлдарын эҙләргә ҡушҡайны.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға