«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?



22.05.2019 Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?

БР Мәғариф министрлығы юғары уҡыу йорттары ректорҙарының эш хаҡын барланы. Уларҙың хеҙмәт хаҡы 285 меңдән алып 445 мең һумға тиклем.


Ректорҙар араһында иң байы – Башҡорт дәүләт университеты етәксеһе Николай Морозкин. Ул айына 445 мең 104 һум эш хаҡы ала. Икенсе урында – Өфө дәүләт авиация-техник университеты ректоры Николай Криони, уныҡы — 352 752 һум.

Нефтселәр нужа күрмәй йәшәй, тиһәләр ҙә, Өфө дәүләт нефть-техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин үҙенең 272 719 һумлыҡ хеҙмәт хаҡы менән өсөнсө урында ғына килә.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке ректоры Рәил Әсәҙуллиндың 2018 йылда эш хаҡы 258 073 һум булған, ә әлеге хужа Салауат Сәғитов ни бары 125 мең һум алып тир түгә.

Уҡыу йорттары етәкселәренең 2017 йылда һалым инспекцияһы өсөн декларациялаған килемдәренә күҙ ҡыҙа: БДМУ ректоры Валентин Павлов – 5, 51 миллион, Николай Криони – 4,6 миллион, Рәмил Бәхтизин – 4,11 миллион, Рәил Әсәҙуллин менән Николай Морозкин – 3,7 миллионышар, ә БДАУ ректоры Илдар Ғәбитовтың 2,71 миллион һум.

Һүрәттә: Николай Морозкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға