«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар



22.05.2019 Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар

Һалдат тигән һүҙҙе ишетеү менән тушенка һәм төрлө консервалар күҙ алдына килә, уларҙы синонимдар тип әйтергә лә мөмкин. Был яғына һалдаттарға итле тушенка һәм консервалар ашатмаясаҡтар. Был үҙгәреш һалдаттың итһеҙ ҡаласағын аңлатмай. Замана технологиялары итте консерваға япмайынса ла һаҡлау мөмкинлеген бирә.


Рәсәй оборона министрының урынбаҫары Дмитрий Булгаков әйтеүенсә, һалдаттың туҡланыуы уның физик көсөргәнешенә бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, осоусы һалдаттың рационы һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсенән айырылып торасаҡ.

Һалдатҡа тәүлегенә 4200 калорий тейешле. Ялан кухняһы ризығына алмашҡа ҡоро паектың ете төрөн тәҡдим итәсәктәр. Әйткәндәй, Сингапурҙа ҡоро паектың өс йүнәлештә әҙерләнә: мосолмандар, мосолман булмағандар һәм вегетариандар өсөн.

Консерваларҙан баш тартыу хәрбиҙәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләүгә бәйле.

Әрменең тағы бер атрибуты булған кирза итектәрҙе 2013 йылда берц ботинкаһына алмаштырғайнылар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: versiya.info


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға