«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр



22.05.2019 Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр

Финдар белә ҡыйҙы нишләтергә.

Ошо көндәрҙә беҙҙә – Финляндия делегацияһы. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика йортонда Финляндияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Микко Хауталаны ҡабул итте.

Осрашыуҙа һүҙ иҡтисади, гуманитар, социаль тармаҡта хеҙмәттәшлек итеү тураһында барҙы. Беләһегеҙ, беҙҙең спортты, анығыраҡ әйткәндә, хоккейҙы күтәреүҙә финдар яҡшы ҡатнаша.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Скандинавия дәүләте беҙҙең менән тауар әйләнеше күләме буйынса туғыҙынсы урында тора. Беҙ уларға нефть химияһы продукцияһын һатабыҙ. Ауыл хужалығы тауарҙарын да һатырға мөмкинлегебеҙ бар. Киптерелгән һөт йә бал-фәлән. Финдарҙан аграр техника алырға теләйбеҙ.

Микко Хаутала, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү, эшкәртеү буйынса ярҙам күрһәтә алабыҙ, ти. Үәт, беҙгә самай шуныһы кәрәк тә! Юҡһа, ҡый реформаһы башланды, ә нишләргә белеп бөтөп булмай.

Беҙҙең Питерҙа етештереү предприятиеһы асҡан бер фин компанияһы күп функциялы коммуналь техника һатырға бөгөндән үк әҙер.

Йәнә лә береһе ҡулланылған майҙарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә лә, Өфөлә лә предприятие асырға ниәте барлығын белдерҙе.

Әйткәндәй, Финляндияла бөтә йыйылған ҡалдыҡтың бер проценты ғына сүплеккә эләгә. Ҡалғаны эшкәртелә йә яндырыла. Әммә пластик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса финдар Европала аҙаҡҡы урындарҙың береһендә, имеш.









Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: сайт главы РБ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға