«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?



22.05.2019 Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?

Чебоксар ҡалаһында йәшәүсе Семеновтар ғаиләһендә бер малай донъяға килгән. Ата-әсәһе уға Хан тип исем биргән. “Улыбыҙҙың балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә берҙән-бер исемде йөрөтөүен теләйбеҙ”, — ти ата-әсә.

Башҡортостанға килһәләр, Хан Семеновтың ата-әсәһе Батырхан, Тимерхан, Әмирхан, Ирхан исемдәренә ҡыҙышыр ине. Хан - ҡушма ялғау икәнен, уны башҡорттарҙа балаға оҙон ғүмер теләп йәки иң яҡшыһы, көслөһө булһын тип төп исемгә өҫтәүҙәрен белеп аптырар ине, шулаймы?







Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға