«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөт алтындан ҡиммәтерәк



22.05.2019 Һөт алтындан ҡиммәтерәк

Бөтә Рәсәй “Союзмолоко” һөт етештереү союзы отчетына ҡарағанда, 2019 йылдың беренсе кварталында һөт ризыҡтарының апаруҡ төрөнә һорау кәмегән.

Һөттө — 1,7, кефирҙы — 5,8, ҡаймаҡты — 10,2, эремсекте 7,1 процентҡа аҙыраҡ эсә һәм ашай башлағанбыҙ. Ә маргарин менән спредҡа ихтыяж 13,1 процентҡа кәмегән. Сырҙы ҡулланыу иһә 19,5 процентҡа түбәнәйгән.

Халыҡтың аҡсаһы етмәү сәбәпле, һөт ризыҡтары аҙыраҡ ҡулланыла, тип ҡарарға кәрәктер. Сөнки ғинуар айында “Һөт һәм һөт продукттарының хәүефһеҙлеге” тураһында яңы регламент нормалары индерелде. Документ һөт ризыҡтары этикеткаһына продукт һәм уның ҡатнашмалары тураһында мәғлүмәт яҙыуҙы талап итә. Хәҙер етештереүселәр күпме үҫемлек майы ҡушылғанын һәм уның классификацияһын мотлаҡ күрһәтергә бурыслы. Йәғни һинең алдыңда тәбиғи һөт продуктымы, әллә уның үҫемлек майынан етештерелеүе аныҡ билдәле. Яңы талапҡа бәйле тәбиғи һөткә хаҡ артты.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға