«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәш



22.05.2019 Ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәш

Тупраҡҡа горчица һибеү халыҡта иң таралған ысул. Ғәҙәттә уны сидерат булараҡ ҡулланалар. Картуф өсөн ҡаҙған соҡорға горчица порошогын һибергә мөмкин. Әммә уны һаҡ ҡулланырға кәрәк, юғары концентрациялы булып, тамыр таралыуға кәртә булмаһын.


Химик препараттарҙан Метаризин, Землин, Провотокс яҡшы. Уларҙан да көслөләре була, тик картуфты ағыулауҙары мөмкин.

Сәскән ваҡытта, картуф, сөгөлдөр, кишер киҫәктәрен тимер сымға теҙеп, был “шешлек”те рәт араһына 10 сантиметр тәрәнлектә күмеп ҡалдырығыҙ. 2-3 көндән тауыҡтарға йәшелсәле-ҡортло бына тигән тәмлекәс әҙер буласаҡ.

Картуф сәскә атҡанда ҡорт әүҙемләшә, шуға күрә ошо осорҙа иҫке картуф киҫәктәрен ниндәй булһа ла инсектицид менән ағыулап, ара-тирә күмеп ҡуйырға мөмкин. Уларҙы һуңынан ҡаҙып алып, ҡорттоң йомортҡаларын юҡҡа сығарырға кәрәк. "Ҡапҡан"ды тиҙ табыу өсөн, картуф киҫәгенә тимерсыбыҡ бәйләп йәки башҡаса билдәләп күмегеҙ.

Уҡыусылар араһында, бәлки, һыналған ысул менән эш итеүселәр ҙә барҙыр?





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға