«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Туполенок", һау бул!



22.05.2019 "Туполенок", һау бул!

Бәләкәй һәм уртаса оҙонлоҡтағы араларға кеше ташыған Ту-134 пассажир лайнеры башҡа осмаясаҡ.

Дүшәмбе көндө АЛРОСА компанияһының RA-65693 һанлы "Ту-134" самолеты Иркутск ҡалаһынан Мирныйға һуңғы рейс яһаны. Ошоноң менән "свисток", "бәләкәй туполь, "бәләкәй тушка" йәки "туполенок" (пилоттар яратып шулай йөрөткән) лайнеры ваҡыты тамамланды.

АЛРОСА-ның самолеты Новосибирск ҡалаһының Толмачево аэропортындағы Авиация тарихы музейына ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, унда S7 авиакомпанияһы тапшырған "ҙур тушка" Ту-154, "баклажан" Ил-86 менән тағы ла бер Ту-154 (ул да АЛРОСА-ныҡы) урынлашҡан.

Ту-134 заманында йырсы Алла Пугачеваның шәхси самолеты ла булып алған. Совет мәлендә "Тu-134" тәмәкеһе лә сыҡҡан.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға