«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡосаҡлаһаң - ҡосаҡла, тик үлтерә күрмә!



22.05.2019 Ҡосаҡлаһаң - ҡосаҡла, тик үлтерә күрмә!

Кемдеңдер көсө шундай хәтәр күп, ул хатта дуҫы менән һаубуллашҡанда, уны ныҡ итеп ҡосаҡлап, муйынын да һындырып ҡуя. Үҙенекен түгел инде, дуҫыныҡын.

Фажиғә 2018 йылдың октябрендә булһа ла, суд ошо көндәрҙә генә көсө ташып торған 43 йәшлек иргә ҡарар сығарҙы: уны 1,5 йылға төҙәтеү эштәренә хөкөм иткәндәр.

Иркутск өлкәһенең Усть-Илимск ҡала судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир дуҫын муйынынан ҡосаҡлап, үҙенә тартҡан. Шул мәлдә муйын һөйәктәре һынып, дуҫы иҙәнгә ауа ла, ҡабат тора алмай. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға һалалар, әммә табиптарҙың тырышлығы һөҙөмтәһеҙ була - 8 айҙан һуң ир йән бирә.

Бер хисле һаубуллашыу мәңгегә бәхилләшеүгә әйләнә...

Зинһар, һаҡ булығыҙ әле, дуҫтар, үтә ныҡ ҡосаҡламаһағыҙ ҙа беҙ риза...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға